Радий Хәбиров: «Дауаханаларҙа дарыуҙар менән эште тәртипкә килтерергә кәрәк»

Радий Хәбиров: «Дауаханаларҙа дарыуҙар менән эште тәртипкә килтерергә кәрәк» https://bash.news/news/86415_radij_xbirov_dauaxanalara_daryuar_menn_eshte_trtipk_kiltererg_krk
18 дек 2018, 11:41

Башҡортостан Башлығының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә Радий Хәбиров медицина учреждениеларында дарыуҙар менән эште тәртипкә килтерергә кәрәклеген белдерҙе.

Радий Хәбиров «Дауаханаларҙа дарыуҙар менән эште тәртипкә килтерергә кәрәк»
Радий Хәбиров «Дауаханаларҙа дарыуҙар менән эште тәртипкә килтерергә кәрәк»

Ваҡытында заявкалар тултырырға, һатып алынған препараттарҙы ҡулланырға кәрәк. Дарыуҙар сирлеләргә барып етергә тейеш. Беҙ һирәк осрай торған ауырыуҙар менән сирләүселәргә тулыһынса ярҙам итәсәкбеҙ. Был маҡсатта бар ресурсттарҙы йүнәлтәсәкбеҙ.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы

Радий Хәбиров белдереүенсә, күп кенә дауаханалар һәм фельдшер-акушер пунктары төҙөкләндереүгә мохтаж. Ҡайһы бер ҡалаларҙа поликлиникалар һаны етешмәй. Бында социаль объекттарҙы күтәреү буйынса үҙ бурыстарын үтәмәгән төҙөлөш компаниялары ғәйебе лә бар.

Бындай күренешкә юл ҡуймаясаҡмын. Хөкүмәт алдына, ошондай биналарҙы төҙөкләндереү программаһын булдырыу бурысын ҡуям. Сәләмәтлек темаһы минең өсөн тәү сиратта тора. Шул иҫәптә, алкоголь һәм тәмәке ҡулланыу. Был яман ғәҙәт кенә түгел, был социаль яҡтан насар тәьҫир итеүсе ғәҙәт.Ул суицидтарға, аварияларға, янғындарға килтерә. Балиғ булмағандарға ошо продукциялар менән һатыу итеү буйынса көрәште көсәйтеү мөһим.

Радий Хәбиров

Спутник FM
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд