Радий Хәбиров пассажирҙар ташыу өлкәһендә тәртип килтереү эшен тамамларға вәғәҙә бирҙе

Радий Хәбиров пассажирҙар ташыу өлкәһендә тәртип килтереү эшен тамамларға вәғәҙә бирҙе https://bash.news/news/86417_radij_xbirov_passazhirar_tashyu_lkend_trtip_kiltere_eshen_tamamlara_v_bire
18 дек 2018, 12:02

Бөгөн, 18 декабряҙә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға үҙ мөрәжәғәтен еткерҙе. Радий Хәбиров алдағы йылдарға төбәк үҫешенең стратегик йүнәлештәрен билдәләне. Ул пассажирҙар ташыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыу эшен тамамларға вәғәҙә бирҙе.

Радий Хәбиров пассажирҙар ташыу өлкәһендә тәртип килтереү эшен тамамларға вәғәҙә бирҙе
Радий Хәбиров пассажирҙар ташыу өлкәһендә тәртип килтереү эшен тамамларға вәғәҙә бирҙе

Автобус паркы үҙгәрә башлаясаҡ.Беҙ уңайлы транспорт схемаһын булдырасаҡбыҙ. Берҙәм транспорт картаһын индерәсәкбеҙ, финансты контролгә аласаҡбыҙ, ғәҙел конкурс сараларын ойошторасаҡбыҙ.

Радий Хәбиров

Республика Башлығы билдәләүенсә, инфраструктураны үҫтереү буйынса проекттар Башҡортостан өсөн ҙур аҙым. Тәү сиратта- Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү, Өфө-Ырымбур юлын киңәйтеү.

Беҙ Өфөнө Мәскәү-Ҡазан-Екатеринбург юғары тиҙлектә йөрөү магистраленә индерәбеҙ. Биш йыл эсендә республика 64 миллиард һум аҡса алыуы мөмкин. Беҙ был программаға инергә тырышырға тейешбеҙ. Программа юл инфраструктураһын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа