Төбәктә ярты миллиард һум күләмендә аҡса күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк

Төбәктә ярты миллиард һум күләмендә аҡса күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк https://bash.news/news/86422_tbkt_yarty_milliard_um_klmend_asa_kp_balaly_aillre_torla_sharttaryn_yashyrtyua_jnltelsk
18 дек 2018, 14:16

Был хаҡта, 18 декабрҙә, Радий Хәбиров Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, республикала балиғ булмаған биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында бүленәсәк аҡса ике тапҡырға артҡан. Киләһе йылда был маҡсатта яҡынса ярты миллиард һум йүнәлтеләсәк.

Төбәктә ярты миллиард һум күләмендә аҡса күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк
Төбәктә ярты миллиард һум күләмендә аҡса күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк

Радий Хәбиров Самат менән Ғәлиә Зәйнуллиндар ғаиләһен билдәләп үтте, улар биш бала тәрбиәләй. Уларҙың береһе, Ринат,Чечняла һәләк була, үлгәндән һуң, Батырлыҡ миҙалы менән бүләкләнә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 18 декабрҙә, Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға үҙенең тәүге Мөрәжәғәтнамәһен еткерҙе. Сара «Торатау» Конгерсс-холында үтте. Унда дәүләт органдары һәм урындағы үҙидаралыҡ етәкселәренән тыш, йәмәғәт эшмәкәрлегендә һәм хеҙмәттә уңышҡа ҡаҙанған республика халҡы ла ҡатнашты.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа