Башҡортостанда алмас сығарыу предприятиеһында һәләк булған кешенең туғандарына 3 млн. һум аҡса түләнәсәк

Башҡортостанда алмас сығарыу предприятиеһында һәләк булған кешенең туғандарына 3 млн. һум аҡса түләнәсәк https://bash.news/news/86435_bashortostanda_almas_syaryu_predpriyatieynda_lk_bulan_keshene_tuandaryna_3_mln_um_asa_tlnsk
18 дек 2018, 14:19

Суд өс миллион һум күләмендә компесация түләргә мәжбүр итә. Билдәләп үтеүебеҙсә, ир алмас сығарыу менән шөғөлләнә. Әммә үткән йылдың сентябрендә фажиғәле хәл теркәлә.

Башҡортостанда алмас сығарыу предприятиеһында һәләк булған кешенең туғандарына 3 млн. һум аҡса түләнәсәк
Башҡортостанда алмас сығарыу предприятиеһында һәләк булған кешенең туғандарына 3 млн. һум аҡса түләнәсәк

Ул көндө, смена тамамланғандан һуң, һигеҙ эшсе артынан транспорт килмәй. Улар базаға, һәр тоҡҡа 30-40 кг ауырлыҡтағы геологик өлгөләр тейәлгән “КАМАЗ” йөк машинаһында ҡайтырға мәжбүр була. Тормоз системаһы төҙөк булмау сәбәпле, йөк машинаһы әйләнә. Өс пассажир йөк менән баҫтырыла.

Һәләк булған бер кешенең туғандары судҡа мөрәжәғәт итә. Улар предприятиенан компенсация талап итә. Суд өс миллион һум аҡса түләргә мәжбүр итә.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна