Башҡортостанда полиция хеҙмәткәренә ришүәт тәҡдим иткән директорға штраф һалына

Башҡортостанда полиция хеҙмәткәренә ришүәт тәҡдим иткән директорға штраф һалына https://bash.news/news/86442_bashortostanda_policiya_xemtkrn_risht_tdim_itkn_direktora_shtraf_alyna
18 дек 2018, 16:08

Салауат ҡалаһында фирма административ яуаплылыҡтан ҡасыр өсөн ришүәт тәҡдим итә. Шуның өсөн уға ярты миллион һум күләмендә штраф һалына.

Башҡортостанда полиция хеҙмәткәренә ришүәт тәҡдим иткән директорға штраф һалына
Башҡортостанда полиция хеҙмәткәренә ришүәт тәҡдим иткән директорға штраф һалына

Хәбәр итеүҙәренсә, октябрь айында полиция хеҙмәткәрҙәре “Ватан” ЯСЙ-һы ҡарамағындағы кафела законһыҙ алкоголь һатыу осрағын асыҡлай. Әлеге хоҡуҡ боҙоу өсөн 500 000 һумға тиклем штраф ҡарала. Язанан ҡасыу маҡсатында, ойошма директоры полиция хеҙмәткәренә 20 000 һум аҡса тәҡдим итә. Хеҙмәткәр был хаҡта етәксеһенәхәбәр итә.

Фирмаға ҡарата административ эш ҡуҙғатыла. Һөҙөмтәлә, ярты миллион һум күләмендә штраф һалына.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд