Тәүге фәнни асыштар

Тәүге фәнни асыштар https://bash.news/news/86474_tge_fnni_asyshtar
18 дек 2018, 21:40

Өфө дәүләт авиация техник университетында Александр Можайский исемендәге авиация тарихын өйрәнеү һәм һауалағы осош буйынса 16-сы халыҡ-ара олимпиаданың төбәк этабы үтте. Фәнни конференцияға мәктәп уҡыусыларынан меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Әммә финалға бер нисә этапты уңышлы үткән 70 ҡатнашыусы сыҡты.

Йәш ғалимдар авиация тарихын белеүҙән тыш, үҙҙәре уйлап тапҡан проектты һайлап алыу комиссияһы алдында яҡларға тейеш ине. Олимпиада ойоштороусылары әйтеүенсә, бәйгелә йылдағыса Өфө, Бөрө, Нефтекама, Кумертау, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡала мәктәптәре вәкилдәре әүҙемлек күрһәтә. Форумдың маҡсаты йәштәргә киләсәк һөнәр һайлауҙа булышлыҡ итеү, уларҙың һәләттәрен асыу. Айһылыу Шөғәйепова фәнни етәксеһе менән ҡош формаһында орнитоптер уйлап сығарған.

Руслан Шөғәйепов, Айһылыу Шөғәйепованың фәнни етәксеһе: “Һауанан уны күрмәйҙәр. Сөнки йәнлек-хайуандар уны ҡош тип уйлай. Айһылыу макетты ағастан эшләне. Ысынлап та, тирә-яҡ тәбиғәтте күҙәтеү өсөн был кәрәк”.

Йәш ғалимдарҙың макеттарынан юғары уҡыу йортонда күргәҙмә ойошторолдо. Ҡатнашыусылар араһында бишенсе, сығарылыш синыф уҡыусылары ла бар. Һайлап алыу комиссияһы уларҙы өс йәш категорияһында баһалай. 70 конкурсанттың иң-иңдәре Мәскәүҙә үтәсәк йомғаҡлау этабында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Автор: Фәниә Юланова.

Тәүге фәнни асыштар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество