Иглин тауышы конкурсы дауам итә

Иглин тауышы конкурсы дауам итә https://bash.news/news/86475_iglin_tauyshy_konkursy_dauam_it
18 дек 2018, 21:43

Район үҙәгендә популяр федераль телепроектҡа оҡшаш бәйгенең икенсе этабы үтте. Сарала ҡатнашыусыларҙың һәләттәрен сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары, үҙешмәкәр ансамблдәр етәкселәре баһаланы. Мәҙәниәт йорто сәхнәһенә утыҙ өс вокалист сыҡты.

Улар ноябрҙә тәүге һайлап алыу турын уңышлы үтеп, остаздар – көслө музыканттар менән етди әҙерлек эше алып бара. Конкурс талаптарына ярашлы, барыһы ла сәхнәлә тере тауышҡа йырланы. Иглиндәр йәнә тыуған ерен данлап, сәнғәткә ғашиҡ булыуын күрһәтте.

Фәһим Тоҡомбәтов, жюри ағзаһы: “Конкурстар булып торһон. Ойоштороусыларға рәхмәт. Бындай конкурстар яңы исемдәр аса, үҫешергә мөмкинлек бирә”.

Икенсе этапты уңышлы үткән конкурсанттар декабрь аҙағында йәнә осраша. Көсөргәнешле бәйге көтөлә. Жюри ағзалары билдәләүенсә, "Иглин тауышы" яңы таланттар асҡан. Иң кесе ҡатнашыусыға биш кенә йәш булһа, иң өлкәне һикһән биш йәшен тултырған. Сарала ҡатнашыусылар мәктәптән, эштән һуң, мәҙәниәт йортонда репетицияларға йыйылып, үҙ-ара дуҫлашып та бөткән.

Автор: Әнәс Вәлиуллин.

Иглин тауышы конкурсы дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа