Башҡортостанда троллейбус заводын асыу күҙаллана

Башҡортостанда троллейбус заводын асыу күҙаллана https://bash.news/news/86487_bashortostanda_trollejbus_zavodyn_asyu_kallana
19 дек 2018, 14:16

Стәрлетамаҡта яңы предприятие асыу күҙаллана. Яңы завод троллейбустар етештерәсәк. Был хаҡта Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы хәбәр итә.

Башҡортостанда троллейбус заводын асыу күҙаллана
Башҡортостанда троллейбус заводын асыу күҙаллана

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта троллейбустар йыйыуҙы ойоштороуға әҙер инвестерҙар менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Стәрлетамаҡта был маҡсатта майҙан да бар. Бынан тыш, запчастар менән тәьмин итеүсе компаниялар менән һөйләшеүҙәр бара.

Яңы йылдан һуң, һөйләшеүҙәрҙәң һөҙөмтәһе күренәсәк. Бер нисә йыл элек Стәрлетамаҡта электробустар йыйыу һорауы ла ҡарала. Тик ҡалала был производство асылмай.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA