Башҡортостанда йәшәүсе ир спиртлы эсемлектәр менән сауҙа иткәне өсөн хөкөм ителә

Башҡортостанда йәшәүсе ир спиртлы эсемлектәр менән сауҙа иткәне өсөн хөкөм ителә https://bash.news/news/86489_bashortostanda_jshse_ir_spirtly_esemlektr_menn_saua_itkne_sn_xkm_itel
19 дек 2018, 09:46

Ғафури районында йәшәүсе 58 йәшлек ир законһыҙ рәүештә алкоголь эсемлектәр менән сауҙа иткәне өсөн хөкөм ителә.

Башҡортостанда йәшәүсе ир спиртлы эсемлектәр менән сауҙа иткәне өсөн хөкөм ителә
Башҡортостанда йәшәүсе ир спиртлы эсемлектәр менән сауҙа иткәне өсөн хөкөм ителә

БР-ҙың Юғары суды хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың ғинуар айында ғәйепләнеүсе законһыҙ рәүештә алкоголь менән сауҙа иткәне өсөн 30 мең һум күләмендә штраф ала. Шуға ла ҡарамаҫтан, ул спиртлы эсемлекте һатыуын дауам итә. Ике айҙан һуң, ул сираттағы шешәне һатырға маташҡанда ҡулға алына.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Уға ике ай эсендә холоҡ төҙәтеү эштәре рәүешендә яза бирелә. Бынан тыш, уның эш хаҡының 5% дәүләт килеменә тотоласаҡ.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна