Өфөлә мәктәп ашханалары аҙығын тәмләп ҡарау ойошторола

Өфөлә мәктәп ашханалары аҙығын тәмләп ҡарау ойошторола https://bash.news/news/86491_fl_mktp_ashxanalary_ayyn_tmlp_arau_ojoshtorola/?lang=bash
19 дек 2018, 14:46

Өфөнөң ун ике мәктәбендә асыҡ ишектәр көнө ойошторола. Сара сиктәрендә, мәктәп ашханаһы аҙығын тәмләп ҡарарға мөмкин буласаҡ. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Өфөлә мәктәп ашханалары аҙығын тәмләп ҡарау ойошторола
Өфөлә мәктәп ашханалары аҙығын тәмләп ҡарау ойошторола

Сара Калинин, Октябрь, Киров һәм Совет райондарында үтә. Унда уҡыусыларҙың ата-әсәләре һәм хәбәрселәр саҡырыла. Дегустация ойоштороу графигы менән Өфө хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.

Өфөлә өс оператор мәктәптәрҙе туҡландырыу менән шөғөлләнә. Улар 116 мең уҡыусы белем алған 128 мәғариф учреждениеһын хеҙмәтләндерә.

Спутник FM
Новости партнеров
Афиши территория роста