Республикала Мәҙәниәт һарайын төҙөкләндергәне өсөн, директор штраф ала

Республикала Мәҙәниәт һарайын төҙөкләндергәне өсөн, директор штраф ала https://bash.news/news/86494_respublikala_mnit_arajyn_tklndergne_sn_direktor_shtraf_ala
19 дек 2018, 15:14

Белоретта Мәҙәниәт һарайында ремонт башҡарғаны өсөн директорға штраф һалына. Уның был эштәрҙе башҡарырға рөхсәте булмай. Был хаҡта республиканың Юғары судынының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Республикала Мәҙәниәт һарайын төҙөкләндергәне өсөн, директор штраф ала
Республикала Мәҙәниәт һарайын төҙөкләндергәне өсөн, директор штраф ала

Белореттың Мәҙәниәт һарайы тарихи һәм архитектур биналарҙың береһе. Бинаны төҙөкләндереү тейешле шарттарҙа башҡарылырға тейеш. Был бинаның тышҡы йөҙөн һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында үтәлә.

Ир үҙ ғәйебен танымай. Шулай уҡ, ул төҙөкләндереү ваҡытында тейешле саралар һаҡлана, тип билдәләй. Директорға 20 мең һум күләмендә штраф һалына.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд