Өфөлә баланы бәрҙереп, ваҡиға урынынан ҡасыусы водителде эҙләйҙәр

Өфөлә баланы бәрҙереп, ваҡиға урынынан ҡасыусы водителде эҙләйҙәр https://bash.news/news/86499_fl_balany_brerep_vaia_urynynan_asyusy_voditelde_eljr
19 дек 2018, 11:10

17 декабрҙә «Дағстан» туҡталышы янында ҡыҙ бала автомобиль тәгәрмәсе аҫтында ҡала. Водитель ваҡиға урынынан ҡаса.

Өфөлә баланы бәрҙереп, ваҡиға урынынан ҡасыусы водителде эҙләйҙәр
Өфөлә баланы бәрҙереп, ваҡиға урынынан ҡасыусы водителде эҙләйҙәр

Хәбәр итеүҙәренсә, Магистраль урамы, 4 йорто ҡаршыһында йәйәүле тапала. Билдәле булыуынса, көмөш төҫтәге «Daewoo Nexia» автомобиле водителе 2005 йылғы ҡыҙҙы бәрҙерә. Ҡыҙ йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән урындан сығып барған була.

Әгәр ҙә һеҙгә юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында мәғлүмәт билдәле булһа, 2370202, 89174200306, 89272379005 телефондарына шылтыратыуығыҙ һорала. Эҙләү дауам итә.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA