Өфөлә фатирҙа янғын сыға

Өфөлә фатирҙа янғын сыға https://bash.news/news/86502_fl_fatira_yanyn_sya
19 дек 2018, 11:52

Кисә Өфөлә торлаҡ йорттарҙың береһендә янғын сығыуы теркәлә. Порхоменко урамындағы 96/98 адресы буйынса янғын сыға.

Өфөлә фатирҙа янғын сыға
Өфөлә фатирҙа янғын сыға

Янғын сығыу тураһында хәбәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы пультына сәғәт 12:40 алына. Янғын торлаҡ йорттоң икенсе ҡатында теркәлә. Ут майҙаны ике квадрат метр тәшкил итә. Барлығы дүрт кеше эвакуациялана.

Һәләк булыусылар юҡ. Ир менән ҡатын тән йәрәхәттәре ала. Улар дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд