Өфө паркында театрлаштырылған Яңы йыл тамашаһы үтәсәк

Өфө паркында театрлаштырылған Яңы йыл тамашаһы үтәсәк https://bash.news/news/86517_f_parkynda_teatrlashtyrylan_yay_jyl_tamashay_tsk
19 дек 2018, 16:27

Ҡашҡаҙан паркында “Мөғжизәләр Яңы йыл урманында” тигән тамаша үтәсәк. Ул 21 декабрь көндө 14:00 сәғәттә башлана. Сарала һәр теләгән кеше ҡатнаша ала.

Өфө паркында театрлаштырылған Яңы йыл тамашаһы үтәсәк
Өфө паркында театрлаштырылған Яңы йыл тамашаһы үтәсәк

Ҡыш Бабай, Ҡар ҡыҙы, сусҡа балаһы һәм башҡа персонаждар сарала ҡатнашыусыларҙы әкиәт донъяһына илтәсәк. Балалар, шулай уҡ, уйындарҙа, конкурстарҙа һәм ярыштарҙа ҡатнаша аласаҡ. Билдәләп үтеүебеҙсә, парктағы боҙ ҡаласығы Башҡортостандың 100 йыллығына арнала. Күңелле итеп ял итер өсөн ҡаласыҡта дүрт боҙ тауы эшләнгән. Байрамдың төп атрибуты – шыршы. Ул Нуриман районынан килтерелә.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд