Дауахана-поликлиникаларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә тәртип урынлаштырыу

Дауахана-поликлиникаларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә тәртип урынлаштырыу https://bash.news/news/86533_dauaxanapoliklinikalary_daryuar_menn_tmin_ite_trtip_urynlashtyryu
19 дек 2018, 20:39

Үҙенең йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә Радий Хәбиров ошондай бурыс ҡуйҙы. Республика етәксеһе әйтеүенсә, тәғәйен дарыуҙар һәм препараттар һәр пациентҡа өҙлөкһөҙ барып етергә тейеш.

Республика Хөкүмәтенә шулай уҡ медицина ойошмаларын төҙөү, капиталь ремонт һәм төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу, уларҙы заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү буйынса программа әҙерләргә ҡушылған.

Республика етәксеһе шулай уҡ Башҡортостандан сенаторҙар һәм Дәүләт Думаһы депутаттарын федераль үҙәктән финанс йәлеп итеү эшендә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. "Милли проекттарҙа, дәүләт программаларында һәм конкурстарҙа ҡатнашып, мөмкин тиклем күберәк ресурс килһен өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. Бөгөн был республика өсөн иң мөһим бурыстарҙың береһе. Һеҙҙең ҙур һәм әүҙем ярҙамға, һиҙелерлек һөҙөмтәләргә иҫәп тотам",- тине Радий Хәбиров.

Дауахана-поликлиникаларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә тәртип урынлаштырыу

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд