Ейәнсура районындағы һөтсөлөк комплексының икенсе һулышы

Ейәнсура районындағы һөтсөлөк комплексының икенсе һулышы https://bash.news/news/86534_ejnsura_rajonynday_tslk_kompleksyny_ikense_ulyshy
19 дек 2018, 20:44

Яңы Себенле ауылына Европанан голштин-фриз тоҡомло таналар килтерелде. Дүрт йылға иҫәпләнгән күләмле проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн Ырымбур өлкәһе инвесторы 457 миллион һум йүнәлтергә ниәтләй.

Әле хужалыҡта һәр һыйырҙан уртаса 26 килограмм һөт һауыла. Яңы таналар һөт бирә башлағас, был күрһәткестәр тағы ла артыр, тип көтөлә. Башҡортостанға алынған сит ил малдарын беҙҙең ижади төркөм барып күрҙе.

Европа илдәренән һатып алынған голштин-фриз тоҡомло таналар ниһайәт, Башҡортостан еренә аяҡ баҫты. Йөк автомобилдәре водителдәренә оҙон юлда бик һаҡ йөрөргә тура килгән. Сөнки 500-гә яҡын малдың барыһы ла быуаҙ, өҫтәүенә, хужалыҡ өсөн улар бик ҡиммәткә төшкән. Бер тананың хаҡы 160 мең һум самаһы. Шулай ҙа республикала мал һатып алыусыларға дәүләт тарафынан етди иғтибар бүленә. Был юлы ла инвестор түккән сығымдарҙың яртыһын тиерлек субсидия менән ҡаплаясаҡ.

Бер нисә йыл дауамында буш торған комплексты былтыр Ырымбурҙың "А7 АГРО" холдингы һатып алған. Ул ферманы тергеҙеү менән бер рәттән, ҡайтарыласаҡ таналар өсөн мал аҙығын да хәстәрләй. Был яҡтарҙа тәбиғәт шарттарының ҡырыҫ булыуын иҫәпкә алып, баҫыуҙарҙы һуғарыу системаларын да төҙөй. Шуға ла хужалыҡ киләсәктә йылына өс тапҡырға тиклем уңыш алырға йыйына.

Европа илдәренән һатып алынған таналар бер ай дауамында Венгрияла яраҡлашыу үткән. Уларҙы сил ил, шулай уҡ Башҡортостан килгән ветеринарҙар даими тикшереп торған. Хужалыҡ етәкселеге әйтеүенсә, комплекс киләсәктә һөт йүнәлешендә әүҙем эшләргә ниәтләй. Яңы һыйырҙар йылына ун мең тоннанан күберәк һөт бирер тип көтөлә.

Динар Кәлимуллин, "А7 Агро РБ" агросәнәғәт холдингының башҡарма директоры: “Йәй буйына реконструкция эштәрен башҡарҙыҡ. Оҙаҡ әҙерләндек. Европаға сығып тоҡомло таналар һайлап алдыҡ. Төп критерий – 10 литрҙан да кәмерәк һөт бирмәһендәр”.

Дүрт йылға иҫәпләнгән проектҡа ярашлы, инвестор Ейәнсура районына 457 миллион һум сарыф итергә ниәтләй. Быға тиклем ул Ҡужабәк ауылындағы һөтсөлөк-тауар фермаһын ремонтлап, 170 баш ҡара-сыбар тоҡомло таналар килтергән. Бөгөн хужалыҡ көнөнә һәр һыйырҙан 26 килограм һөт һауа. Был республикала иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. Инвесторҙың килеүенә бигерәк тә урындағы халыҡ ҡыуанып бөтә алмай. Ситкә йөрөп эшләргә мәжбүр булған күп кенә кешеләр хәҙер урындағы хужалыҡты күтәреүҙә үҙ өлөшөн индерә.

Ғафар Вәлиев, мал ҡараусы: “Элек эш хаҡы урынына ашлыҡ бирәләр ине, хәҙер ай һайын теүәл аҡса түләп баралар”.

Һуңғы технологияларҙы файҙаланған предприятие киләсәктә сеймал һатыуҙан китеп, һөт һәм ит ризыҡтарын тулыһынса эшкәртеп, магазин кәштәләренә әҙер ризыҡ рәүешендә сығарыуҙы күҙ уңында тота. Пландар ҙур, әммә улар барыһы ла ғәмәлгә ашырырлыҡ, ти инвесторҙар.

Автор: Илдар Байбулатов.

Ейәнсура районындағы һөтсөлөк комплексының икенсе һулышы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество