Башҡортостанда энергия ресурстарына булған бурыс 4 миллиард 3 йөҙ миллион һумдан ашҡан

Башҡортостанда энергия ресурстарына булған бурыс 4 миллиард 3 йөҙ миллион һумдан ашҡан https://bash.news/news/86535_bashortostanda_energiya_resurstaryna_bulan_burys_4_milliard_3_j_million_umdan_ashan
19 дек 2018, 20:47

Бирәсәктең өстән ике өлөшө идарасы компаниялар һәм торлаҡ милекселәре ширҡәттәренә тура килә. Ә бына фатир хужалары коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәргә яуаплы ҡарай.

Белгестәр хәлде көйләү өсөн ресурстар менән тәьмин итеүсе компанияларға туранан-тура түләү алымына күсергә тәҡдим итә. Коммуналь хеҙмәттәр баҙарында намыҫһыҙ идарасы компанияларҙан арыныу йәһәтенән дә был ысул отошло. Халыҡ та ҡулланмаған йылылыҡ һәм һыу өсөн түләмәйәсәк.

Ирина Попова, "БашРТС" йәмғиәте филиалы директоры урынбаҫары: “Энергия менән тәьмин итеүсе компаниялар менән рәсми килешеү төҙөү мотлаҡ түгел. Идарасы компания менән килешеүҙе өҙөү менән йорт милекселәренең коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәре туранан-тура беҙгә күсәсәк. Иҫәпләү ҡорамалдары булғандар арзаныраҡ түләй башлауы ла ихтимал, счетчиктары булмағандарға нормативтар буйынса иҫәпләнәсәк”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башҡортостанда энергия ресурстарына булған бурыс 4 миллиард 3 йөҙ миллион һумдан ашҡан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество