Ауырғазы районы халҡы федераль стандартҡа ҡаршы

Ауырғазы районы халҡы федераль стандартҡа ҡаршы https://bash.news/news/86536_auyrazy_rajony_xaly_federal_standarta_arshy
19 дек 2018, 20:49

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәктә быйыл төҙөкләндерелгәндән һуң асылған Өфө-Ырымбур юлы күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Бигерәк тә Яҡты юл менән Исмәғил ауылдарына илткән юлдың ябылыуы мәшәҡәт тыуҙырған. Халыҡ хәҙер ауылға инеү өсөн ун саҡрым тирәһе урау юлдан йөрөргә мәжбүр.

Ауырғазылар Яҡты юл менән Исмәғил ауылдарына илткән юлды асыуҙарын һорай. Ләкин, яуаплы идаралыҡ вәкилдәре эштең федераль стандартҡа ярашлы башҡарылыуын хәбәр итә. Шуға ла юл кәртәһенең булыуы урынлы тигән фекерҙә. Тик халыҡ быға ризаһыҙлығын белдерә. Рулдәгеләргә урау юл менән ауылға инергә, йәйәүлеләргә әлегеләй аша төшөргә тура килә.

Әлбиттә, тура юлдың ябылыуы урындағы халыҡтың ғына бәләһе түгел. Шулай уҡ тиҙ ярҙам машинаны, янғын һүндереү техникаһы, мәктәп автобусына ла урау юл менән йөрөү ҙур уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Ә ошо уҡ төбәктең Арыҫлан ауылы иһә бөтөнләй стена менән ҡапланған. Тауыш изоляторы ла ул, ләкин бер ниндәй файҙаһы ла юҡ, ти арыҫландар.

Проблема бар. Барыһына ла асыҡ. Миҫалды ла оҙаҡ эҙләргә кәрәкмәй. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, дүрт йыл эсендә Өфө-Ырымбур юлында 22 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 17-е ҡаршы юлға сығыу һөҙөмтәһендә. Был фотолар ҙа тап ошо трассала төшөрөлгән. Хәүефһеҙлек тәьмин итеү маҡсатында юл кәртәһе эшләнгән дә инде.

Александр Шилов, автомобиль юлдарын капиталь төҙөкләндереү бүлеге етәксеһе урынбаҫары: “Профилактиға ярашлы, был участокка юлдарға кәртә ҡуйылды. Ул хәүефһеҙлекте тәьмин итә. Автобус туҡталҡаһына килгәндә, шулай уҡ ул да нормативтарға яуап бирә. Арыҫлан ауылында тауыш изоляторының да ҡуйылыуы урынлы. Санитар нормаларға тура килә”.

Яуаплы идаралыҡ әйтеүенсә, урындағы халыҡ өсөн был юлдың ҡапланыуы район хакимиәте килешеүе нигеҙендә башҡарылды. Ә район етәкселеге кәртәләнмәһен ине тигән теләк белдерә.

Илдар Әмирханов, Ауырғазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: “Беҙ был урынды ҡалдырыуҙы һораныҡ. Район хакимиәте халыҡҡа уңайлы булһын өсөн тырышты. Ләкин дәүләт ҡағиҙәләре һәм талаптарына ярашлы проектлаусылар әлегесә эшләгән”.

Ауыл халҡы киреһенсә хәүефһеҙлек артыуын билдәләй. Сөнки юл йөрөүселәр ике саҡрым арауыҡты урап йөрөүҙән ҡасып кәртәләнгән урынды аша төшөүҙе хуп күрә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Ауырғазы районы халҡы федераль стандартҡа ҡаршы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна