Яңы йыл алдынан травмотология үҙәктәренә мөрәжәғәт итеүселәр бермә-бер артҡан

Яңы йыл алдынан травмотология үҙәктәренә мөрәжәғәт итеүселәр бермә-бер артҡан https://bash.news/news/86537_yay_jyl_aldynan_travmotologiya_ktren_mrzht_iteselr_bermber_artan
19 дек 2018, 20:52

Табиптар әйтеүенсә, баш ҡаланың Цюрупа урамында урынлашҡан медицина учреждениеһына көн дә һикһәндән ашыу кеше мөрәжәғәт итә. Сәбәптәр төрлө. Шулай ҙа аяҡ бармаҡтары, ҡул суғын һындырып һәм баш һөйәген йәрәхәтләп килеүселәр күберәк.

Ҡыш миҙгелдәрендә йышыраҡ урамда имгәнеп мөрәжәғәт итәләр. Әйткәндәй, быйыл боҙлауыҡта тайып ҡолаусылар күпкә кәмегән, ти табиптар. Был иһә урамдарҙың ваҡытында таҙартылып тороуына ла бәйле. Әлеге ваҡытта имгәнеүселәр артыуы Яңы йыл алды байрамдарына мәшәҡәттәренә бәйле.

Руслан Мәхмүтйәнов, табип-травматолог: “20-нән һуң күбәйҙеләр. Сөнки корпоративтар башлана. Был травмалар һауа торошо менән бәйле түгел, халыҡ үҙе шулай күңел аса”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Яңы йыл алдынан травмотология үҙәктәренә мөрәжәғәт итеүселәр бермә-бер артҡан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа