Әбйәлил районында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған тиҫтәнән ашыу ғаиләгә торлаҡ асҡысы тапшырылды

Әбйәлил районында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған тиҫтәнән ашыу ғаиләгә торлаҡ асҡысы тапшырылды https://bash.news/news/86538_bjlil_rajonynda_atas_arauynan_mxrm_alan_titnn_ashyu_ailg_torla_asysy_tapshyryldy
19 дек 2018, 20:55

Йорт асҡыстарын тапшырыу тантанаһында билдәләнеүенсә, дәүләт етемдәрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә етди иғтибар бирә. 2018 йылда федераль һәм республика бюджетынан 15 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Әбйәлил районында ошо суммаға яңы, бар уңайлыҡтары булған өйҙәр төҙөлә. Әммә проблема тулыһынса хәл ителә тип әйтергә иртәрәк, сиратта тағы йөҙҙән ашыу етем бала тора.

Фуат Мәхийәнов, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: “Ете етем балаға яңы фатир асҡыстарын иапшырабыҙ. Йыл аҙағына тиклем тағы 15 етем балаға асҡыстарҙы тапшырып бөтөргә тейешбеҙ. Икенсе йылға өйҙәрҙе 30-ға еткереү. 2-3 йылда бөтә етемдәрҙе лә өйлө итәсәкбеҙ”.

Әбйәлил районында ата-әсә ҡарауынан мәхрүмдәргә тәғәйенләнгән торлаҡты ике төҙөлөш компанияһы төҙөй. Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, объекттар сифатлы һәм матур итеп һалына. Тәү шарттар тыуҙырылған. Торлаҡ асҡысы алған Сөнәғәтовтар әйтеүенсә, үҙ мөйөшөң булыуы бик ҙур бәхет. Улар әлегә тиклем ситтә йәшәгән, ғаилә башлығы ашығыс ярҙам хеҙмәтендә эшләй. Сөнәғәтовтар киләсәктә тыуған яғына ҡайтып төпләнергә ниәтләй.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Әбйәлил районында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған тиҫтәнән ашыу ғаиләгә торлаҡ асҡысы тапшырылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа