Яңы йыл ҡаласығын төҙөү инициативаһы

Яңы йыл ҡаласығын төҙөү инициативаһы https://bash.news/news/86539_yay_jyl_alasyyn_t_iniciativay
19 дек 2018, 20:59

Баймаҡ районының Байыш ауылында быйыл ойошторолған ир-егеттәр ҡоро яңы йыл ҡаласығын төҙөү инициативаһын үҙ ҡулына алды. Ауылдың көслө заттары шулай уҡ байрамға урындағы клуб бинаһын да тулыһынса төҙөкләндермәксе. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

Бындай әүҙемлекте бөгөн ҡараңғы төндә сыра яктыртып эҙләһәң дә таба алмаҫһын. Ләкин бындай ҡараш Байыштарға хас түгел. Ноябрь айында урында ир‐егеттәр ҡоро ойошторолғандан һуң ауылда күҙгә күренерлек эштәр башланды. Урғаҙа йылғаһы буйы сүп сарҙан таҙартылды, кәртә‐ ҡуралар тәртипкә килтерелде, бынан тыш мәктәп балаларына шашка‐шахмат өҫтәле,нарды уйыны,волейбол туптары, ауыл йәштәре өсөн мәҙәниәт йортона бильярд өҫтәле алып бирелде.

Фәйзи Рәхмәтуллин, Байыш ауылы биләмәһе башлығы: “Был ҡорҙа 90-дан ашыу кеше тора. Күптәре сит тарафта эшләй, кеме ял көндө ҡайтып, кем финанс ярҙам күрһәтә”.

Ир-егеттәр үҙ тәкдиме менән яңы йылға боҙ майҙансығы эшләүгә сыкты. Ҡар юҡлығы,көндәр йылы тороу сәбәпле һырғалаҡ майҙансығын ҡойоу ғына бер аҙ эште тотҡарлай. Ҡарҙы ҡырҙан трактор менән ташып өйәләр. Шулай уҡ ауыл халҡы көсө менән бына инде 45 йыл элек төҙөлгән мәҙәниәт усағына ремонт эштәре башланған. Бында ла ир‐егеттәр ҡоро башлап йөрөүсе булып тора.

Гөлсиә Ибраһимова, мәҙәниәт йорто мөдире: “Клубыбыҙға быйыл 46 йыл. Ауылыбыҙ егеттәре ремонт яһау инициативаһын башланы. Ир-егеттәр эше бөткәс, ҡатын-ҡыҙҙар эшкә тотонасаҡ”.

Ауылым йәшәһен, урындағы кешеләрҙең үҙаңы уянһын тигән теләк көслө Байыш ауылы кешеләрендә. Бөгөн кайҙандыр көтөп йәшәгән заманалар артта калды, ниһайәт ауыл кешеләренә лә инициативаны үҙ кулына алырға вакыттыр. Быны иһә байыш ауылының ир геттәре дәлилләй.

Автор: Раушания Рәхимова.

Яңы йыл ҡаласығын төҙөү инициативаһы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество