Күңел түренән сыҡҡан йөрәк һүҙе

Күңел түренән сыҡҡан йөрәк һүҙе https://bash.news/news/86540_kel_trenn_syan_jrk_e
19 дек 2018, 21:04

Быйылғы "Йөрәк һүҙе" проектында Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар иң ялҡынлы һүҙ оҫталары тип табылды. Улар Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ойошторған шиғриәт бәйгеһендә еңеп, "Лада Гранта" автомобиленә лайыҡ булды.

Йәш ғаилә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары. Проектта улар Зөбәржәт Йәнбирҙина, Лилиә Һаҡмар һәм Аҫылғужаның шиғри әҫәрҙәрен һөйләне. Әйткәндәй, Хайсаровтар "Йөрәк һүҙе"ндә былтыр ҙа үҙҙәренең көсөн һынап ҡарағайны. Быйылғы финалистарҙы ла халыҡ үҙе һайланы, улар өсөн ун ете меңдән ашыу кеше тауыш биргән. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә сығыш яһаған ун ике пар йөрәк түренән тыуған еребеҙгә, илебеҙгә, халҡыбыҙға ҡарата һөйөү һүҙҙәрен еткерҙе.

Руслан Хайсаров, "Йөрәк һүҙе-2018" проекты еңеүсеһе: “Үҙебеҙ һайлап алған әҫәрҙе йөрәк аша үткәреп әйттек. Еребеҙҙәге проблемаларҙы күтәреүҙе төп маҡсат итеп ҡуйҙыҡ”.

Конкурсанттар билдәле шағирҙарҙың әҫәрҙәрен һөйләүҙән тыш, тамашасыларҙы үҙҙәренең ижад емештәре менән дә һөйөндөрҙө. "Йөрәк һүҙе" проектының тәүге еңеүсеһе талантлы шағирә Зөлфиә Ханнанова билдәләүенсә, конкурс телгә һөйөү тәрбиәләп кенә ҡалмай, кешеләрҙе рухи яҡтан да байыта. Күләмле сараның финалын телевизор ҡараусылар Яңы йылдан һуң Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тулы форматта ҡарай ала.

Зөлфиә Ханнанова, шағирә, "Йөрәк һүҙе - 2017" проекты еңеүсеһе: “Былтыр башта бер генә уй ине: нисек булһа ла шиғырҙарҙың тексын онотмаҫҡа. Быйыл башҡа тулҡынланыу. Һәр дуэт өсөн тулҡынланам. Йөрәктән сыҡҡан һүҙ уйланырға мәжбүр итә”.

Автор: Фәниә Юланова.

Күңел түренән сыҡҡан йөрәк һүҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна