Өфөлә Рәсәй-Ҡытай йәштәренең ҡышҡы уйындары тамамланды

Өфөлә Рәсәй-Ҡытай йәштәренең ҡышҡы уйындары тамамланды https://bash.news/news/86542_fl_rsjytaj_jshtrene_yshy_ujyndary_tamamlandy
19 дек 2018, 21:07

Халыҡ-ара форумдың һуңғы көнөндә спортсылар бер нисә комплект миҙал өсөн көрәш алып барҙы. Ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашыусылар биш йүнәлештә көс һынашты. "Өфө-Арена" боҙ һарайында хоккей һәм фигуралы шыуыу, "Биатлон" комплексында саңғы уҙыштары, тау саңғыһы спорты буйынса мәктәптә сноуборд һәм Спорт һарайында шорт-трек буйынса ярыштар үтте.

Турнирҙа 200-ләп спортсы ҡатнашты. Рәсәй һәм Ҡытай вәкилдәре араһында беренсе ҡышҡы уйындар ике йыл элек Харбин ҡалаһында уҙғайны. Быйыл эстафетаны Башҡортостандың баш ҡалаһы ҡабул итте. Өфөгә йыйылыусылар халыҡ-ара кимәлдеге форумдың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне. Спорт төрҙәренең барыһында ла алыштар ҡыҙыу барҙы.

Вячеслав Фетисов, хоккей буйынса ике тапҡыр олимпия уйындары чемпионы: “В Уфе сегодня достаточно инфраструктуры для того, чтобы проводить такого рода соревнования. По оценкам гостей фантастическая атмосфера. Для региона это шаг к развитию”.

Рәсәй-Ҡытай йәштәренең ҡышҡы уйындарында ватандаштарыбыҙ төрлө дәрәжәләге 41 миҙал яуланы. Шуларҙың 18-е алтын, 13-сө көмөш һәм 10-ны бронза. Азия иле вәкилдәренең күрһәткестәре түбәнерәк. Шуға ҡарамаҫтан Башҡортостанда ойошторолған ярыштар көс һынашыуға ғына ҡайтып ҡалманы. Иң мөһиме, күләмле сараның төп маҡсаты спорт уйындары аша илдәр араһындағы дуҫлыҡты, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән.

Автор: Илдар Байбулатов.

Өфөлә Рәсәй-Ҡытай йәштәренең ҡышҡы уйындары тамамланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Банер уфимская волна