Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры менән осрашыу

Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры менән осрашыу https://bash.news/news/86553_rsje_snt_m_saua_ministry_menn_osrashyu/?lang=bash
19 дек 2018, 23:03

Бөгөн Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров менән осрашты. Фекер алышыу барышында республиканың сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү, индустриаль өлкәләге статегик проектарҙы ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре күтәрелде.

Башҡортостан етәксеһе даими иғтибар өсөн федераль министрлыҡҡа рәхмәт еткерҙе. Яҡтар шулай уҡ "Өфөкабель" йәмғиәте эшмәкәрлеге тураһында ла фекер алышты. Бынан тыш, осрашыуҙа газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү тураһында ҙа һүҙ барҙы.

Денис Мантуров Башҡортостан предприятиеларына артабан да дәүләт ярҙамы күрһәтергә әҙер булыуын билдәләне.

Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры менән осрашыу

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста