Каринэ Хәбирова илдең баш ҡалаһында үткән халыҡ кәсептәре йәрминкәһендә ҡатнашты

Каринэ Хәбирова илдең баш ҡалаһында үткән халыҡ кәсептәре йәрминкәһендә ҡатнашты https://bash.news/news/86555_karine_xbirova_ilde_bash_alaynda_tkn_xaly_kseptre_jrminkend_atnashty
19 дек 2018, 23:05

XXV тапҡыр уҙғарылған экспозицияға Рәсәйҙең 68 төбәгенән 1 600-ҙән ашыу ойошманың эштәре сығарылды. "Ладья. Ҡышҡы әкиәт - 2018" күргәҙмәһен асыу тантанаһында Республика башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова менән Федерация Советы ағзаһы Лилиә Ғүмәрова сығыш яһаны.

Эшлекле форумда өс көн дауамында 15-ләп конференция, оҫталыҡ дәрестәре, эксперттар ҡоро һәм йәрминкә ҡатнашыусылары менән осрашыуҙар көтөлә. Төп иғтибар Башҡортостанға йүнәлтелгән. Быға Республиканың 100 йыллығы һәм Бөтә Донъя Фольклориадаһын ҡабул итеүе лә роль уйнай.

Беҙҙең төбәк вәкилдәре ҡул эштәренән тыш, милли костюм, биҙәүестәр, трикотаж әйберҙәр, башҡорт балы кеүек милли продукцияларҙы ла тәҡдим итә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Каринэ Хәбирова илдең баш ҡалаһында үткән халыҡ кәсептәре йәрминкәһендә ҡатнашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Банер уфимская волна