Дәүләт яҡлауы алыусылар

Дәүләт яҡлауы алыусылар https://bash.news/news/86556_dlt_yalauy_alyusylar
19 дек 2018, 23:09

Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылында газ шартлау һөҙөмтәһендә торлаҡһыҙ ҡалған өс ғаилә Яңы йылда өй туйлаясаҡ. Бөгөн уларға фатир асҡыстары тапшырылды. Олокүл ауылында йәшәүсе ғаиләләрҙең шатлығын беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡлашты.

Фәтих Юлдашбаев үҙе һәм күршеләре менән булған аяныслы ваҡиғаны хәтерләргә яратмай. 20 сентябрҙә ул фажиғәлә һөйөклө ҡатынын юғалта. Көслө шартлау һаулығына ла зыян иткән. Фәтих Юлдашбаев насар ишетә. Бер нәмәһеҙ тороп ҡалған ағаһын һәм ҡустыһын, Гөлнура һеңлеһе үҙенә йәшәргә саҡыра. Ағаһының газ шартлау фажиғәһенән һуң, өс ай үтеү менән торлаҡлы булыуына ифрат шат.

Гөлнура Юлдашбаева, Фәтих Юлдашбаевтың һеңлеһе: “Хөкүмәт ҡараны, аҡса бирҙе, фатир бирәсәктәр. Рәхмәт”.

Фатирҙы Фәтих Юлдашбаев үҙе һайлаған. Торлаҡ майҙаны ла тәүгеһенән ҙурыраҡ. Элек газ плитәһе менән ҡулланһа, тиҙҙән күсәсәгендә электр менән эшләгәне. Иң мөһиме был фатир ошоға тиклем йәшәгән еренән йыраҡ түгел. Ни тиһәң дә өйрәнелгән, ғүмере буйы йәшәгән ер.

Фәтих Юлдашбаев, Олокүл ауылында йәшәүсе: “Хөкүмәт өйгә мебель алырға аҡса бирҙе, рәхмәт”.

Шәхси йортҡа күсенәсәк фатир хужалары ярҙам йөҙөнән, ҡайһы бер йорт йыһаздарын да ҡалдырасаҡ.

Фәтих Кәрим улы бәхетле ғаилә тормошо менән йәшәгән нигеҙенә йыш килә. Ул газ ҡорамалдары төҙөк булмау арҡаһында фаижиғәләр башҡаса ҡабатланмаһын тип теләй.

Дүрт фатирлы йортта газ шартлауы эргә-тирәлә йәшәүселәрҙе лә һиҫкәндерә. Иртә менән булған ғәҙәттән тыш хәл тыныс ҡына йәшәп ятҡан ут күршеләрен дә тетрәндерә.

Дүрт ай элек кенә был урын һуғыш үткән яланды хәтерләткән. Ғәҙәттән тыш хәл булған урын бер аҙна эсендә таҙартылған, хужаларҙың мунса һәм башҡа мөлкәттәре үҙҙәренә ҡалдырылған. Биш йөҙ мең күләмендә һәр ғаиләгә аҡсалата ярҙам күрһәтелгән.

Гөлсәсәк Сәғитова, Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ауылы хакимәте идарасыһы: “2018 йылдың 20 сентябрендә Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылында ҡаза күргән өс ғаиләгә матди ярҙам күрһәтелде. Уларға бөтә уңайлыҡтары булған фатир асҡыстары тапшырылды”.

Тамара Кучуркинаның яңы йорттан фатир асҡысы алыу шатлығын яҡын әхирәттәре лә уртаҡлаша. Тамара ханыма еңел түгел. Ғәҙәттән тыш хәлдән һуң, теүәл бер ай үткәс, ул тормош иптәшен юғалта. Яңы фатиры өс бүлмәле. Уңайлы, иркен, заманса торлаҡ ғаилә тормошонда ҙур боролош. Яңы йылды ул балалары менән ошо фатирында ҡаршылаясаҡ. Дәүләттең мохтаж ғаиләләргә ярҙамын тойоу уға артабан да йәшәргә көс бирә.

Газ шартлау һөҙөмтәһендә торлаҡһыҙ ҡалған Тамара Кучуркина ғаиләһе ошо йортта өс бүлмәле фатирҙа яңы тормош башлаясаҡ. Йорт хужабикәһе башҡа кешеләргә бер ваҡытта ла бәлә-ҡаза ишек шаҡымаһын, тип теләй.

Автор: Гүзәл Борханова.

Дәүләт яҡлауы алыусылар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа