Өфөлә «Триумф» циркы эшмәкәрлеге туҡтатылды

Өфөлә «Триумф» циркы эшмәкәрлеге туҡтатылды https://bash.news/news/86573_fl_triumf_cirky_eshmkrlege_tutatyldy
20 дек 2018, 11:50

Сипайлово биҫтәһендә цирк-шапито эшмәкәрлеге туҡтатылды. Унда етешһеҙлектәр асыҡлана.

Өфөлә «Триумф» циркы эшмәкәрлеге туҡтатылды
Өфөлә «Триумф» циркы эшмәкәрлеге туҡтатылды

Асыҡланыуынса, цирк бинаһында янғын хәүефһеҙлеге талаптары үтәлмәй. Иҙән материалдары талаптарға тура килмәй. Декорация һәм сәхнә биҙәлеше янғынға ҡаршы эшкәртелмәй. Бынан тыш, янғын сигнализацияһы системаһы һәм янғын һүндереү ҡоролмалары эшләмәй. Халыҡ өсөн эвакуация юлы йыһазландырылмай.

Был етешһеҙлектәр янғынға һәм кеше үлеменә килтереүе мөмкин. Шул сәбәпле, цирк эшмәкәрлеге туҡтатыла.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество