ЮХХДИ водитель таныҡлығын алмаштырғанда, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса белемде тикшерергә күҙаллай

ЮХХДИ водитель таныҡлығын алмаштырғанда, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса белемде тикшерергә күҙаллай https://bash.news/news/86595_yuxxdi_voditel_tanylyyn_almashtyranda_yul_xrkte_ailre_bujynsa_belemde_tikshererg_kallaj/?lang=bash
20 дек 2018, 17:00

Күҙаллауынса, ун йылға бер тапҡыр водитель таныҡлығын алмаштырыусыларға теоретик экзамен тапшырырға тура киләсәк. Был тәҡдимде дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Михаил Черников хуплай.

ЮХХДИ водитель таныҡлығын алмаштырғанда, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса белемде тикшерергә күҙаллай
ЮХХДИ водитель таныҡлығын алмаштырғанда, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса белемде тикшерергә күҙаллай

Автомәктәптәр вәкилдәре һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре йыш ҡына үҙгәрә. Быға ҡарамаҫтан, бар водителдәр ҙә үҙгәрештәргә иғтибар бүлмәй. Тимәк, юлдарҙа ҡағиҙәләрҙе белмәгән водителдәр хәрәкәт итә.

Михаил Черников белдереүенсә, был һорау эшләнеп бөтөрөлмәгән. ЮХХДИ Башлығы тәҡдим итеүенсә, имтихандарҙы водителдәр үҙ теләге менән тапшырасаҡ. Мәскәүҙең Автомәктәптәр союзы етәксеһе Александр Ачкасов билдәләүенсә, был осраҡта автоһәүәҫкәрҙәргә ташламалар тәҡдим итергә мөмкин буласаҡ.

Спутник FM
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет