Башҡортостан Хөкүмәтендә йәштәр премиялары тапшырыла

Башҡортостан Хөкүмәтендә йәштәр премиялары тапшырыла https://bash.news/news/86598_bashortostan_xkmtend_jshtr_premiyalary_tapshyryla
20 дек 2018, 15:03

Бөгөн, 20 декабрҙә,республиканың Хөкүмәт йортонда 2016 һәм 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса, фән һәм техника өлкәһендә республика йәштәр премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Сарала республиканың Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Әхмәтханов ҡатнашты.

Башҡортостан Хөкүмәтендә йәштәр премиялары тапшырыла
Башҡортостан Хөкүмәтендә йәштәр премиялары тапшырыла

Быйылғы йылда тәҡдим ителгән эштәр юғары ғилми әһәмиәткә эйә һәм уларҙы тормошта ҡулланыу мөмкинлеге ҙур.

республиканың Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Әхмәтханов

Техник фәндәр өлкәһендә премия Денис Гусаков, Айбулат Минийәров, Руслан Кәримов коллективтарына тапшырыла. Гуманитар фәндәр өлкәһендә премияға Алһыу Үләева лайыҡ була. Тәбиғи фәндәр өлкәһендә йәштәр премияһы Юлия Федорова менән Ғәлиә Ғималоваға билдәләнә.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд