Башҡортостанда юлда балалар тейәгән автобус боҙола

Башҡортостанда юлда балалар тейәгән автобус боҙола https://bash.news/news/86603_bashortostanda_yulda_balalar_tejgn_avtobus_boola
20 дек 2018, 15:48

Ваҡиға бөгөн, кесе йома, 20 декабрҙә,Белорет районында теркәлә. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Белорет ҡалаһына барып етмәҫ борон,Учалы ҡалаһы мәғариф бүлегенең ГАЗель микроавтобусы сафтан сыға. Автобус салонында ун бала һәм ике уҡытыусы була.

Башҡортостанда юлда балалар тейәгән автобус боҙола
Башҡортостанда юлда балалар тейәгән автобус боҙола

Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар оҙатыла. Уҡыусыларҙы Белорет ҡалаһының спорт мәктәбенә урынлаштыралар. Уларға эҫе аш ойошторола. Балалар зыян күрмәй.

Асыҡланыуынса, уҡыусылар Межгорье ҡалаһына ярышҡа китеп барған була. Әлеге ваҡытта Учалынан ГАЗель оҙатыла.Тиҙҙән команда ҡайтып етәсәк.

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA