Бөгөн Радий Хәбиров "УГМК-Холдинг" йәмғиәте етәксеһе Андрей Козицынды ҡабул итте

Бөгөн Радий Хәбиров "УГМК-Холдинг" йәмғиәте етәксеһе Андрей Козицынды ҡабул итте https://bash.news/news/86630_bgn_radij_xbirov_ugmkxolding_jmite_etksee_andrej_kozicyndy_abul_itte
20 дек 2018, 21:45

Осрашыу сиктәрендә инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды. Был документ Яңы Учалы ятҡылығында баҡыр-колчедан мәғдәнен сығарыу өсөн ер аҫты руднигын төҙөүҙе күҙ уңында тота.

Әлеге ваҡытта ятҡылыҡ холдингтың структура бүлексәһе һаналған - Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты тарафынан үҙләштерелә башланған. Ҡабул ителгән килешеүгә ярашлы, республика инвесторға ҡануниәттә билдәләнгән өҫтөнлөктәрҙе - мөлкәткә һәм табышҡа һалым буйынса ташлама бирәсәк.

Андрей Козицын, "УГМК-Холдинг" йәмғиәте етәксеһе: “Большаятема, большая стройка. Расчитываем на поддержку правительства. Подписали соглашение”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Бөгөн Радий Хәбиров

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество