Киләһе йыл республика бюджетының килем өлөшө 3 миллиард ярым һумға күберәк булыуы көтөлә

Киләһе йыл республика бюджетының килем өлөшө 3 миллиард ярым һумға күберәк булыуы көтөлә https://bash.news/news/86631_kile_jyl_respublika_byudzhetyny_kilem_lsh_3_milliard_yarym_uma_kberk_bulyuy_ktl
20 дек 2018, 21:49

Тупланма 176 миллиард һумға етәсәк тип күҙаллана. Сығымдар иһә 20 миллиард һумға күберәк тотонолоп 195 миллиард һум тәшкил итәсәк. Йәғни, бюджет дефицитлы. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары бөгөн төбәктең төп финанс документын ҡабул итте.

Бюджет сығымдары быйыл да башлыса социаль йүнәлешле. Ҡаҙнаның өстән бер өлөшө тиерлек тап ошо өлкәгә тәғәйенләнгән. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡын арттырыу өҫтөнлөклө ҡала.

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе: “Финанс документ ҡарауҙа депутаттар ғына түгел, интернет ярҙамында тотош республика халҡы ҡатнашты. Һәр кемдең фекере иғтибарға алынды. Бюджет төрлө яҡлап та уйланылған килеп сыҡты. Дефицитты федераль үҙәктән йәлеп ителгән аҡсалар, инвестициялар менән ҡаплау күҙаллана”.

Йәмғеһе парламент ултырышында 60-ҡа яҡын закон проекты сығарылыды. Депутаттар Рәсәй Хөкүмәте рәйесенә төбәк телеканалдарын һаҡлау тураһындағы мөрәжәғәт тә ҡабул итте. Киләһе йылдан телеканалдар һанлы форматҡа күсә, ә төбәк телевидениелары өсөн мультиплекста урын юҡ һәм уларға юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай. Депутаттар милли каналдарҙың төбәкте үҫтереүгә лә йоғонтоһо бик ҙур тип иҫәпләй.

Шамил Ишемйәров, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы директоры: “Респеублика телеканалдарын, шул иҫәптән муниципаль телеканалдар өсөн дә айырым мультиплекс төҙөү, йә иһә беҙҙе федераль мультиплексҡа индереү буйынса эш алып барабыҙ”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Киләһе йыл республика бюджетының килем өлөшө 3 миллиард ярым һумға күберәк булыуы көтөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA