Бөгөн Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы үтте

Бөгөн Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы үтте https://bash.news/news/86632_bgn_msk_rsj_prezidenty_vladimir_putindy_ur_matbuat_konferenciyay_tte
20 дек 2018, 21:49

Йылдың төп медиа ваҡиғаһына быйыл Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән 1700-ҙән ашыу журналист аккредитацияланған. Ғәҙәттәгесә, декабрь айында уҙған был осрашыуҙарҙа Владимир Путин тамамланып килгән йыл йомғаҡтарын барланы.

Дүрт сәғәткә яҡын ваҡыт эсендә дәүләт башлығы бер нисә тиҫтә һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Тәүҙә ул илдәге иҡтисади хәлдәргә туҡталып үтте. 10 айҙа илдә эске тулайым продукт 1,7 процентҡа үҫкән. Сәнәғәт етештереү айырыуса тиҙ үҫешкән тармаҡ һанала, - тине Рәсәй президенты.

Ил етәксеһенә милли проекттар, шулай уҡ телевизион каналдарҙың һанлы тапшырыу алымына күсеүе тураһында ла һорау бирелде.

Владимир Путин: “В Твери сейчас идет эксперимент, там губернатор сам лично помогает людям. Еще пара-тройка регионов скоро получится. Была идея переходить резко, я сказал «нет». Мы должны переходить на цифровое вещание аккуратно. Действительно, очень много людей, кто не может позволить себе подобную покупку”.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Бөгөн Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа