Ҡаты көнүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн тарифтар етмеш һумдан артмаясаҡ

Ҡаты көнүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн тарифтар етмеш һумдан артмаясаҡ https://bash.news/news/86634_aty_knresh_aldytaryn_syaryu_sn_tariftar_etmesh_umdan_artmayasa
20 дек 2018, 21:51

Бөгөн сүп-сар сығарыу өсөн түләүҙәр , ҡыйҙы сығарыу һәм эшкәртеү үҙенсәлектәре Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайһың “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ултырышында тикшерелде.

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан республика халҡы көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн айырым хаҡ түләйәсәк. тарифтарҙы тәүҙә ауыл халҡы өсөн 200 һум , ҡала өсөн 170 һум тирәһе буласаҡ тинеләр. Республика етәксеһе Радий Хәбиров был күләмдең артыҡ ҙур булыуын билдәләп, хаҡтарҙы кәметеү бурысы ҡуйҙы. Әле яуаплы ведомство тарифтарҙы билдәләү, сүп-сар сығарыу эшен ойоштороу менән мәшғүл.

Мирхәйҙәр Фәтхуллин, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы: “Тарифтар Республика етәксеһе ҡушыуын иҫәпкә алынып билдәләнәсәк. Төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн түләүҙәр күпкә кәмерәк буласаҡ. Әле айырым категория граждандарға ташламалар биреү буйынса эш алып барыла. Ҡалдыҡтар йыйыу урындары, контейнерҙар урынлаштырыу, полигондарҙа шарттар тыуҙырыу менән шөғөлләнәбеҙ”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Ҡаты көнүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн тарифтар етмеш һумдан артмаясаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Когда отремонтирую ваш подъезд