Башҡортостан Конституцияһы ҡабул ителеүгә 25 йыл

Башҡортостан Конституцияһы ҡабул ителеүгә 25 йыл https://bash.news/news/86635_bashortostan_konstituciyay_abul_iteleg_25_jyl
20 дек 2018, 22:00

Ошо уңайҙан бөгөн Өфөнөң "Торатау" Конгресс-Холында Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте, байрам концерты ойошторолдо. Сирек быуат элек төҙөлгән хоҡуҡи документтың республика үҫешенә индергән өлөшө хаҡында беҙҙең сайтта.

Милли рухты, мәҙәниәтте күтәреүҙә Башҡортостан Конституцияһы ҙур роль уйнай. Сирек быуат элек республика граждандар йәмғиәтен нығытыуҙа яңы стратегик йүнәлеш ала - дәүләттең төп законы ҡабул ителгәндән һуң, күп тә үтмәй беҙҙең субъектта ла Конституция раҫлана.

"Торатау Конгресс-Холл"нда Конституцияның 25 йыллығы уңайынан байрам программаһы ойошторолдо. Сәхнәлә республиканың күп милләтле берҙәм халҡы данланды. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев үҙ сығышында төп хоҡуҡи документ төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә, халыҡтар дуҫлығына ҙур йоғонто яһауын билдәләне.

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе: “В истории нашей Республики это четвертая коснтитуция и самая лучшая”.

Конституция илдең демократик ҡоролошон раҫлап, күп милләтле республика халҡының мәнфәғәттәрен яҡлап сыҡты. Сирек быуат эсендә хоҡуҡи документҡа бер нисә төҙәтмә индерелә. Ул федератив дәүләт закондарына яраҡлаштырыла. Төп документҡа нигеҙ һалыусыларҙың береһе Зөфәр Еникеев билдәләүенсә, туҡһанынсы йылдар башында республикала барған үҙгәрештәрҙе бар донъя күҙәтә.

Башҡортостан Конституцияһының 25 йыллығы уңайынан Өфөлә Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы ла старт алды. Унда илдең төрлө субъекттарынан Конституция судтары вәкилдәре, юристар, тарихсылар, фән эшмәкәрҙәре ҡатнаша.

Конференция ике көнгә иҫәпләнгән. Иртәгә юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн дә айырым секциялар эшләйәсәк.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башҡортостан Конституцияһы ҡабул ителеүгә 25 йыл

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна