Һөтсөлөктө арттырыуҙа сит ил малдары

Һөтсөлөктө арттырыуҙа сит ил малдары https://bash.news/news/86636_tslkt_arttyryua_sit_il_maldary
20 дек 2018, 22:02

Мәләүез районындағы "Ашҡаҙар" ауыл хужалығы предприятиеһына Германиянан 133 баш һауын һыйыры килтерелгән. Голштин Фриз тоҡомло малҡайҙар һөттө күп биреүе менән айырыла. Әле ситтән килтерелгән һыйырҙар карантинда тотола.

Уларға вакцинация эшләнә һәм башҡа тейешле саралар күрелә. Хужалыҡтың 27 мең гектар ере бар, малдарға аҙыҡ көнөнә ике тапҡыр бирелә. Рацион ҡаты контролдә тотола.

Ауыл хужалығы предприятиеһының районда бер нисә бүлеге бар. "Варвара" һөтсөлөк фермаһында 500 баш мал аҫырала. Туҡһанға яҡыны һауын һыйыры. Уларҙан көнөнә ике тоннан ашыу һөт һауып алына һәм Бәләбәй һөт заводына литры 29 һум менән тапшырыла.

Хужалыҡта һыйыр һауыу автоматлаштырылған аппарат ярҙамында башҡарыла. 28 малҡайға иҫәпләнгән сит ил техникаһы ноябрҙә урынлаштырылған. Элеккеһенән айырмалы, яңы ҡоролма май һәм аҡһым күләмен автоматик рәүештә иҫәпләй.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Һөтсөлөктө арттырыуҙа сит ил малдары

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество