Изгелек хәйриә фонды республикала балалар өсөн паллиатив ярҙам күрһәтәсәк хоспис асырға ниәтләй

Изгелек хәйриә фонды республикала балалар өсөн паллиатив ярҙам күрһәтәсәк хоспис асырға ниәтләй https://bash.news/news/86639_izgelek_xjri_fondy_respublikala_balalar_sn_palliativ_yaram_krtsk_xospis_asyra_nitlj
20 дек 2018, 22:13

Күләмле проект өсөн бағыусыларҙың ярҙамы ғына аҙ, шуға ла төбәк, федераль ҡаҙнанан ярҙам кәрәк, ти фонд хеҙмәткәрҙәре. Был мәсьәлә бөгөн Мәскәү белгестәре менән осрашыуҙа күтәрелде. Ҡунаҡтарҙың маҡсаты төбәк хәйриә фондтары эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу.

"Изгелек" 2012 йылдан алып, "Тиҙ ярҙам" программаһы нигеҙендә эшләй. Эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре 35 йәшкә тиклем ауырыуҙарҙы дауалау өсөн хәйриә ярҙамы йыйыу, ауыр тормош хәленә ҡалғандарға, күп балалы ғәиләләргә, балалар йорттары һәм приюттарына социаль ярҙам күрһәтеү. Биш йыл эсендә фонд 7000 кешегә ярҙам күрһәтеүгә өлгәшкән, был 252 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Анастасия Андреева, "Тиҙ ярҙам" программаһы етәксеһе: “Фондҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп. Беҙ сабыйҙарға ла, 35 йәшкә тиклемге сирлеләргә лә тиҙ арала кәрәкле сумманы йыйырға тырышабыҙ. Әгәр ҙә беҙ уларҙы һауыҡтырыуға булышлыҡ итәбеҙ икән, төп маҡсатыбыҙға ирешәбеҙ тигән һүҙ”.

Автор: Фәниә Юланова.

Изгелек хәйриә фонды республикала балалар өсөн паллиатив ярҙам күрһәтәсәк хоспис асырға ниәтләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Когда отремонтирую ваш подъезд