Башҡортостанда

Башҡортостанда https://bash.news/news/86640_bashortostanda_itibar_balalar_tip_atalan_klmle_akciya_bashlandy
20 дек 2018, 22:15

Уның сиктәрендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре мәктәптәрҙә уйын форматында синыф сәғәттәре үткәрә. Профилактика эше барышында тематик фильмдар күрһәтелә, мәктәп уҡыусылары викторина һорауҙарына яуап биреп, үҙ белемдәрен күрһәтә.

Акцияның маҡсаты малай-ҡыҙҙарҙы юлда һаҡ йөрөргә, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Белем усағындағы "Йәш юлсы" түңәрәге лә ошо йүнәлештә эшләй.

Айһылыу Ишбаева, Өфөнөң М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейы уҡыусыһы: “Мин дуҫтарыма юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булығыҙ, тип аңлатам. Беҙ шулай уҡ балалар баҡсаһында бәләкәстәргә йөрөйбөҙ, уларға ла үҙебеҙ белгәнде һөйләргә тырышабыҙ”.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдәр менән дә һөйләшеү алып бара. Мәктәп автобустарының торошо тикшерелә, шулай уҡ балаларҙы йөрөткән шәхси транспорт та күҙәтеү аҫтына алына. Белгестәр билдәләүенсә, республикала һуңғы йылдарҙа бәлиғ булмаған балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары арта. Йыл башынан ғына төбәктә 412 авария теркәлгән, уларҙа 17 баланың ғүмере өҙөлгән, күптәре төрлө йән йәрәхәттәре алған.

Автор: Фәниә Юланова.

Башҡортостанда

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа