“Ғариповсылар” "Башҡорт 2.0" менән танышты

“Ғариповсылар” "Башҡорт 2.0" менән танышты https://bash.news/news/86641_aripovsylar_bashort_20_menn_tanyshty
20 дек 2018, 22:18

Рәми Ғарипов исемендәге беренсе республика Башҡорт гимназия-интернатында һәләтле башҡорт йәштәре тураһында китаптың исем туйы үтте. Хәтегеҙгә төшөрәбеҙ, "Башҡорт 2.0" исеме аҫтында нәшер ителгән йыйынтыҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә йәшәп, уңыш ҡаҙанған милләттәштәребеҙгә аранла.

Баҫманың авторы Санкт-Петербургта йәшәүсе Баймаҡ ҡыҙы Эльвира Моталова. Китаптың тап беренсе республика гимназия-интернатында үтеүе осраҡлы түгел. Сөнки, йыйынтыҡҡа ингән бик күп йәштәрҙең оло тормошҡа юлы тап ошо мәғариф учреждениеһында башланған. Китап геройҙары миҫалында автор йәш быуында тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү маҡсаты ҡуйған.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

“Ғариповсылар”

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа