Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларында ла боҙ ҡаласыҡтары төҙөлә

Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларында ла боҙ ҡаласыҡтары төҙөлә https://bash.news/news/86642_bashortostandy_barly_rajonalalarynda_la_bo_alasytary_tl
20 дек 2018, 22:21

Һәр төбәктә Яңы йыл майҙанын үҙенсәлекле итеп биҙәргә тырышалар. Ейәнсура районында иң яҡшы боҙ скульптураһына конкурс иғлан ителгән. Әлеге ваҡытта Иҫәнғол ауылы үҙәгендәге майҙанда бюджет ойошмалары, предприятиелар хеҙмәткәрҙәре һәм шәхси эшҡыуарҙар балалар яратып ҡараған әкиәт геройҙарын һынландыра.

Әлбиттә, ҡул оҫталары киләһе йылдың төп символы һаналған сусҡаны ла матур итеп эшләгән. Яңы йыл кәйефен бүләк итеүселәр әйтеүенсә, быйылғы боҙ Эйек йылғаһынан килтерелгән. Ул былтырғы күл боҙо менән сағыштырғанда сифатлыраҡ булыуы менән айырыла.

Ҡаласыҡты төҙөгәндә ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар ҙа осрай. Тәү сиратта ул ҡарҙың саманан тыш аҙ яуыуы. Шуның өсөн һырғалаҡ төҙөүҙе бер аҙ кисектереп торғандар. Боҙ ҡаласыҡтары конкурсына йомғаҡ 30 декабрҙә яһала. Шул уҡ көндө йәшел ҡупшыҡай ҙа сағыу төҫтәрҙәге уттар менән балҡып, йөҙҙәрсә кешенең күңелен арбаясаҡ.

Автор: Илдар Байбулатов.

Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларында ла боҙ ҡаласыҡтары төҙөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа