Өфөлә ҡатын интернет-мутлашыусылар ҡулынан зыян күрә

Өфөлә ҡатын интернет-мутлашыусылар ҡулынан зыян күрә https://bash.news/news/86647_fl_atyn_internetmutlashyusylar_ulynan_zyyan_kr
21 дек 2018, 17:00

Өфөнөң полиция бүлегенә 55 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Уның һүҙҙәренсә, ул интернет-мутлашыусылар ҡулынан зыян күрә. Зыян күләме 76 мең һум тәшкил итә.

Өфөлә ҡатын интернет-мутлашыусылар ҡулынан зыян күрә
Өфөлә ҡатын интернет-мутлашыусылар ҡулынан зыян күрә

Зыян күреүсе һүҙҙәренсә, ул диван һатыуы тураһында иғлан бирә. Көндөҙ уға ир шылтыратып, аҡсаны картаға күсереүе һәм кискеһен диванды килеп алыуы тураһында хәбәр итә. Ҡатын ризалаша һәм билдәһеҙ кешегә банк картаһы реквизиттарын бирә. Тиҙҙән ҡатындың иҫәбенән ҙур суммала аҡса юҡҡа сыға. Зыян күреүсе һатып алыусы менән бәйләнешкә сығырға тырыша, әммә ул яуап бирмәй.

Әлеге ваҡытта мутлашыусыларҙы эҙләү эше бара.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров