Өфөлә законһыҙ урынлаштырылған гараждар һүтелде

Өфөлә законһыҙ урынлаштырылған гараждар һүтелде https://bash.news/news/86656_fl_zakony_urynlashtyrylan_garazhdar_telde
21 дек 2018, 09:34

Өфө биләмәһендә законһыҙ урынлаштырылған гараждарҙы һүтеү эше дауам итә. Совет районында бер аҙна эсендә туғыҙ гараж алына. Һүтеү эше Пархоменко, Бессонов, К.Маркс, Завод һәм Якутов урамдарында башҡарыла.

Өфөлә законһыҙ урынлаштырылған гараждар һүтелде
Өфөлә законһыҙ урынлаштырылған гараждар һүтелде

Металл ҡоролмалары йорт алды биләмәләрен биҙәмәй. Ул, башлыса, иҫке әйберҙәр һаҡлау урынына әүерелгән. Ҡайһы бер хужалар гараждарҙы законһыҙ эшмәкәрлек алып барыу өсөн ҡуллана.

Гараждарҙы һүтеү эше дауам итә. Билдәләргә кәрәк, 2015 йылдан Совет районында ғына 2553 гараж алына. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йорт алдында гараж тотоу тик мөмкинлеге сикләнгән граждандарға ғына рөхсәт ителә.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество