Башҡортостанда инвалид ҡатынға дауаланыу урынына үҙ иҫәбенә йөрөргә тура килә

Башҡортостанда инвалид ҡатынға дауаланыу урынына үҙ иҫәбенә йөрөргә тура килә https://bash.news/news/86657_bashortostanda_invalid_atyna_daualanyu_urynyna_iben_jrrg_tura_kil
21 дек 2018, 15:32

Салауатта прокуратура инвалид хоҡуғын яҡлай. Билдәле булыуынса, мөмкинлеге сикләнгәндәр дауаланыу урынына тиклем барып етеү һәм кире ҡайтыу менән тәьмин ителергә хоҡуҡлы. Тик Салауатта йәшәүсе ҡатын үҙ иҫәбенә Өфөнөң гемодиализ үҙәгенә барып ҡайта.

Башҡортостанда инвалид ҡатынға дауаланыу урынына үҙ иҫәбенә йөрөргә тура килә
Башҡортостанда инвалид ҡатынға дауаланыу урынына үҙ иҫәбенә йөрөргә тура килә

Ҡатын бөйөр сире менән яфалана. Аҙнаһына бер нисә тапҡыр уға башҡаланың гемодиализ үҙәгенә барып ҡайтырға тура килә. Йәшәгән урынынан учреждение 170 саҡрым алыҫлыҡта урынлаша.

Законға ярашлы, йәшәү урынынан алып дауаланыу урынына тиклем пациенттарҙы ташыу дәүләт иҫәбенә башҡарылырға тейеш. Прокурор, ике яҡ осҡа ҡатынды ташыу талабын ҡуя. Суд ыңғай ҡарар сығара.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество