Башҡортостанда Камаз һәм еңел автомобиль бәрелешә

Башҡортостанда Камаз һәм еңел автомобиль бәрелешә https://bash.news/news/86661_bashortostanda_kamaz_m_eel_avtomobil_brelesh/?lang=bash
21 дек 2018, 10:21

Стәрлетамаҡ районында фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Өфө-Ырымбур юлында “Лада Приора” һәм йөк машинаһы бәрелешә.

Башҡортостанда Камаз һәм еңел автомобиль бәрелешә
Башҡортостанда Камаз һәм еңел автомобиль бәрелешә

Билдәле булыуынса, еңел автомобиль руле артында Күмертауҙа йәшәүсе 27 йәшлек ир ултыра. Ул Өфө юлынан хәрәкәт иткәндә, ҡаршы һыҙаттағы Камаз менән бәрелешә. Тағылмалы йөк машинаһы артында 66 йәшлек ир була. Төп бәрелеү йөк машинаһының артҡы тәгәрмәсенә тура килә. Һөҙөмтәлә, уларҙың береһе беркетелеүҙән өҙөлә.

Еңел автомобиль, шулай уҡ, зыян күрә. Водитель менән пассажиры дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет Купидон по вызову