Башҡортостанда йортта янғын сығыу сәбәпле, 22 кешене эвакуациялайҙар

Башҡортостанда йортта янғын сығыу сәбәпле, 22 кешене эвакуациялайҙар https://bash.news/news/86664_bashortostanda_jortta_yanyn_syyu_sbple_22_keshe_evakuaciyalajar
21 дек 2018, 10:56

21 декабргә ҡараған төндә күп фатирлы йортта янғын сыға. Стәрлетамаҡтың Хоҙайбирҙин урамындағы фатирға ут тоҡана. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр оҙатыла.

Башҡортостанда йортта янғын сығыу сәбәпле, 22 кешене эвакуациялайҙар
Башҡортостанда йортта янғын сығыу сәбәпле, 22 кешене эвакуациялайҙар

Хәбәр итеүҙәренсә, өсөнсө ҡатта урынлашҡан фатирҙа янғын сыға. Йорттар 22 кеше эвакуациялана. 01:29 сәғәткә ут тулыһынса һүндерелә. Янғын һөҙөмтәһендә, бер бүлмәле фатирҙың мөлкәте зыян күрә.

Янғынға төтөн менән ағыуланған 28 йәшлек ир дауаханаға оҙатыла. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, электр ҡоролмаһы менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә, ут сыға. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA