Улар өсөн һәр минут ҡәҙерле

Улар өсөн һәр минут ҡәҙерле https://bash.news/news/86703_ular_sn_r_minut_erle
21 дек 2018, 21:09

Ҡотҡарыусылар граждандарҙы бәләнән аралай, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә беренсе булып ярҙам ҡулы һуҙа. Йыш ҡына бикле ишек артында үҙҙәрен ни көтөрөн белмәй. Өфөлә Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Ҡотҡарыусылар көнөн билдәләне.

Йыл дауамында улар тарафынан 500 ашыу кеше ҡотҡарылған. Хәүефле осраҡтарҙан тыш, бидонға кергән баланы сығарыу операцияһы кеүек айырыуса оҫталыҡ талап иткән осраҡтар ҙа байтаҡ.

Тантанала батырлыҡ күрһәткән хеҙмәткәрҙәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Әхмәтханов тәбрикләне.

Рәсүл Исламов, Башҡортостан янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәтенең Учалы районы Миндәк ауылы посы командиры: “Был награда эшләгән егеттәребеҙгә баһа”.

Бынан тыш, айырыуса тырышлыҡ күрһәткән бүлексәләргә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған автомобиль асҡыстары ла тапшырылды. Был машиналар юл-транспорт ваҡиғаһына тарыусыларға ярҙам күрһәтеүгә тәғәйенләнгән.

Автор: Гүзәл Борханова.

Улар өсөн һәр минут ҡәҙерле

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество