Прокурорҙар йәмәғәтселекте һыу ресурстарын һаҡларға саҡыра

Прокурорҙар йәмәғәтселекте һыу ресурстарын һаҡларға саҡыра https://bash.news/news/86704_prokurorar_jmtselekte_yu_resurstaryn_alara_sayra
21 дек 2018, 21:11

Быйыл был өлкәлә 140 закон боҙоу осрағы теркәлгән. Йылға-күлдәрҙең иң ҙур дошманы — сәнәғәт предприятиелары. Уларҙан сығарылған бысраҡ һыу экологияға төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтерә.

Тағы бер кире фактор предприятиелағы таҙартыу ҡоролмаларының сафтан сығыуы, улар иҫәп өсөн генә тора, ә үҙ функцияларын тулыһынса үтәмәй. Һөҙөмтәлә бар ҡалдыҡтар, бысраҡ һыу йылға күлдәргә ағып төшә. Тикшереү органдары билдәләүенсә, Башҡортостандағы һәр унынсы кеше сифатлы эсәр һыуға мохтажлыҡ кисерә. Прокурорҙар әле һыу обьекттары янындағы санкцияланмаған полигондарҙы бөтөрүгә өлгәшкән. Быйыл теркәлгән етешһеҙлектәр буйынса 34 административ эш ҡуҙғатылған, йөҙгә яҡын етәксе яуаплылыҡҡа тарттырылған.

“Һыу ресурстарын һаҡлау буйынса ҡануниәт камил түгел, ошо өлкәләге закондарға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү талап ителә. Был үҙ сиратында бик күп етешһеҙлектәрҙең язаһыҙ ҡалыуына булышлыҡ итә. Йылға-күлдәрҙең таҙалығын һаҡлау бик мөһим, был йүнәлештә эш алып барылмаһа бер нисә йылдан сифатлы эсәр һыуға ҡытлыҡ килеп сығыуы ла бар. Предприятие, хужалыҡтар таҙартыу ҡоролмалары урынлаштырыуға иғтибарҙы арттырырға бурыслы”

Динар Фәтхетдинов, Башҡортостан прокуратураһының бүлек етәксеһе

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Прокурорҙар йәмәғәтселекте һыу ресурстарын һаҡларға саҡыра

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA