Иглин районы үҙәгендә яңы трансформаторҙар ҡуйыла башланы

Иглин районы үҙәгендә яңы трансформаторҙар ҡуйыла башланы https://bash.news/news/86705_iglin_rajony_gend_yay_transformatorar_ujyla_bashlany
21 дек 2018, 21:15

Ҡоролмалар электр энергияһына бәйле тотҡарлыҡтарҙы бөтөрөү маҡсатында сафҡа индерелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике аҙна элек ҡасабала электр уты һүнеү сәбәпле, урындағы халыҡ ҡараңғылыҡта һәм иң мөһиме, һыуыҡта ултырырға мәжбүр булды.

Иглин ҡасабаһында йәшәүсе Алһыу Миндийәрова әлегә тиклем йортто йылытыу менән бәйле булған проблемаларҙы иҫкә алып һөйләй. Ике йыл дауамында ваҡыты-ваҡыты менән электр энергияһында тотҡарлыҡтар булған. Ҡасабала зәңгәр яғыулыҡ үткәрелмәгән - ут һүнгән осраҡта ғаилә һыуыҡ һәм ҡараңғы өйҙә ултырған.

Алһыу Миндийәрова, Иглин ҡасабаһында йәшәүсе: “Ут булмағанда өшөнөк, быйма, шапка кейеп йөрөнөк. Балалар ауырыны. 30-нан һуң бындай хәл булманы”.

Хәҙер Иглиндә ут бер генә сәғәткә һүнһә лә - халыҡ борсола башлай. Хафаланыуҙы аңларға мөмкин, 30 ноябрҙәге кеүек утһыҙ һәм йылыһыҙ ҡалыуҙың ҡабатланыуынан ҡурҡа.

Урындағы халыҡты тейешенсә йылылыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе район хакимиәтендә күтәрелде. Ғәҙәттән тыш хәл теркәлгәндән һуң Иглиндә өҫтәмә трансформаторҙар ҡуйыла башланы - әлегә өс кабель үткәрелгән. Сығымдарҙы "Селтәрҙәр компанияһы" үҫ өҫтөнә ала.

Азат Әминев, "Cелтәрҙәр" компанияһы генераль директоры: “Бер трансформаторҙы яңы йылға тиклем, икенсеһен яңы йылдан һуң сафҡа индерәбеҙ. Бер трансформатор хаҡы яҡынса 700-800 мең һум”.

Төбәктә ысын башҡорт ҡышына хас сатлама һыуыҡтар әлегә күҙәтелмәне. Яуаплы компания вәғәләгән трансформатор ҡеүәте тышта 30 градусҡа тиклем һыуытҡанда электр көсөргәнешен күтәрә алырмы.

Автор: Флорида Ким.

Иглин районы үҙәгендә яңы трансформаторҙар ҡуйыла башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна