Киләһе йылдан республикала эт-бесәйҙәргә махсус тамға ҡуйыла башлай

Киләһе йылдан республикала эт-бесәйҙәргә махсус тамға ҡуйыла башлай https://bash.news/news/86706_kile_jyldan_respublikala_etbesjrg_maxsus_tama_ujyla_bashlaj
21 дек 2018, 21:18

Бындай эшмәкәрлек төрлө сирҙәргә, тәү сиратта ҡотороҡҡа ҡаршы тейешле вакцина яһалғанмы, юҡмы икәнлеген күҙәтеп барыуға йүнәлтелгән. Быйыл йорт хайуандарының ҡотороҡ менән сирләүенең 12 осрағы теркәлгән.

Ветеринарҙар хайуанға вакцина эшләнеү-эшләнмәүен белергә һәм вакцинациянан баш тартҡан осраҡта хужаларға уларҙың ҙур хәүеф менән янауы хаҡында шылтыратып иҫкәртергә тейеш. Һәр кем үҙенең эт-бесәйе өсөн яуаплылыҡ тота. Вакцина бушлай яһала, ти Башҡортостандың Ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин. Ветеринария хеҙмәте берәҙәк эттәрҙе лә контролгә ала. Өфөлә уларҙы аулау менән "Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ" предприятиеһы шөғөлләнә.

Бынан тыш, әлеге ваҡытта республикала һыйыр һәм ваҡ малдарҙы тамғалау бара. Ул йорт хайуандары иҫәбен белергә, йоғошло ауырыуҙарҙың таралыуына сик ҡуйыу өсөн эшләнелә.

Азат Йыһаншин, Башҡортостандың ветеринария идаралығы етәксеһе: “Был беҙгә ниндәй прививка эшләнгәнен белергә мөмкинлек бирә”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Киләһе йылдан республикала эт-бесәйҙәргә махсус тамға ҡуйыла башлай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд