Күгәрсен районында ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Күгәрсен районында ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде https://bash.news/news/86707_kgrsen_rajonynda_auyl_xuzhalyy_xemtkrre_tbriklnde
21 дек 2018, 21:22

Бүләкләнеүселәр араһында машина менән һыйыр һауыу операторҙары күп булды. Уларға аҡсалата премиялар, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Шулай уҡ сара барышында "Ҡыҙыл мөйөш" конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Хужалыҡтарында хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы ял урындары булдырыусылар телевизор менән бүләкләнде. Ауыл эшсәндәрен район мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған концерт программаһы ла һөйөндөрҙө.

Рәиф Ҡыуатов, "Тәүәкән" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баш зоотехнигы: “Беҙҙең хужалыҡта өс һауын фермаһы бар. Өс ферманан “Тәүәкән” комплексы беренсе урын алды”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Күгәрсен районында ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд